Карауанһарай - Башҡорт халыҡ йырҙары


Айҡай ҙа ғына сайҡай керҙәр йыуа,

Һай кем, керҙәр йыуғанда,
Талмаймы икән уның беләккәйҙәре,

Һай кем, сайҡағанда.


Күрше генә тороп, күрешә йөрөп,

Һай кем, күрешә йөрөгәндә,
Янмаймы икән уның йөрәкәйҙәре,

Һай кем, кис ятҡанда.

 

Яуҙа ғына йөрөп, һауҙар ҡайтһам,

Һай кем, һауҙар ҡайтһам,
Алам да ғына тинем, һүҙҙәр бирҙем,

Һай кем, ай, киткәндә.


Яуҙа ғына йөрөп, һауҙар ҡайтһам,

Һай кем, һауҙар ҡайтһам,
Ташлап та ғына киткән, һүҙен боҙған,

Һай кем, көн еткәндә.

 

Тональность


Google Analytics