Кейек ҡаҙҙар - Башҡорт халыҡ йырҙары


Кейек ҡаҙҙар осор, йөнөн ҡойор,
Дуҫтарым, ай-һай, дуҫ-иштәр,

Уның йөнкәйҙәрен кем йыйған.

Кейек ҡаҙҙар кеүек, ай, ҡайтайыҡ,
Дуҫтарым, ай-һай, дуҫ-иштәр,

Тыуған ғына илдән кем туйған.

 

Кейек ҡаҙҙар осор, күлгә төшөр,
Дуҫтарым, ай-һай, дуҫ-иштәр,

Күл ситендә ҡаҙҙар ҡағыныр.

Сит илдәрҙә йөрөгән, ай, ир кеше,
Дуҫтарым, ай-һай, дуҫ-иштәр,

Тыуған ғына илен һағыныр.

Тональность


Google Analytics