Атым бар, йүгәнем юҡ,
Дәртем бар, һөйгәнем юҡ,
Һай, атым да бар, дәртем дә бар,
Әммө һөйгән йәрем юҡ.
Һаҡмар буйы йәмле була,
Япраҡ ярһа тал-тирәк.
Йәр һөйөп тә алалмаһаң,
Ярһый икән йәш йөрәк.
Урал, һинең тауыңа
Ҡыйғыр ҡоштар ҡуналмай.
Һай, минең шатлыҡ хистәрем
Күкрәгемә һыялмай.