Киленсәк - Башҡорт халыҡ йырҙары


Әйҙә, матур киленсәк,
Булма улай оялсаҡ.
Әсәңдә һин ҡолонсаҡ,
Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ.

 

Эштәреңдә үрнәк бул,
Ыласындай зирәк бул,
Ирең өсөн терәк бул,
Яман эштән йыраҡ бул.

 

Ауыҙың-башың остандап,
Һүҙсән булма, киленсәк .
Күҙең-ҡашың йымылдап,
Күҙсән булма, киленсәк.

 

Өлкәндәргә ҡайҙа ла
Хөрмәт күрһәт, киленсәк,
Кеселәргә ҡайҙа ла
Үрнәк күрһәт, киленсәк.

 

Йылҡыларың ҡолонлап
Яландарҙы тултырһын.
Ырыу-ырыу балаларың
Ауыл-ауыл ултырһын.

Тональность


Google Analytics