Кутузов - Башҡорт халыҡ йырҙары


Полководец батыр ир Кутузов,
Уттар, һыуҙар кисте, ҡурҡманы,

Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

 

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын
Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,

Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

 

Рәсәй ҙә генә иле, һай, киң икән,
Донъяла иң гүзәл ер икән,

Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

 

Ирҙәре лә батыр ирҙәр икән,
Ил дошманын яуҙа еңә икән,

Һай, Кутузов,
Полководец икән Кутузов.

Тональность


Google Analytics