Күк юрға - Башҡорт халыҡ йырҙары


Әйҙәп кенә барған ерәнсәйҙе
Уҙып ҡына китә күк юрға.
Иҫән-һау ҙа булһаҡ, күрешербеҙ,
Ғүмерҙәрҙе телә күп йылға.

Елә-саба бара күк юрға,
Китһен ғүмер беҙҙең күп йылға.

 

Ҡарамаҡай дуға, ай, күк юрға,

Ҡайҙан ғына алдың был атты?

Бик һағынып, дуҫҡай, бик зарығып,

Һиңә генә яҙҙым был хатты.
Елә-саба бара күк юрға,
Китһен ғүмер беҙҙең күп йылға.

 

Зәңгәр генә дуға, ай, күк юрға,

Ултырмай ҙа уҙҙы хужаһы.

Иҫән-һау ҙа булһаҡ, түҙем булһаҡ,

Баҫа алмаҫ донъя нужаһы.
Елә-саба бара күк юрға,
Китһен ғүмер беҙҙең күп йылға.

Тональность


Google Analytics