Эй... Кәмәлеккәй буйы ла, ә-һә-й, шау ҡамыш,
Шул ҡамыштан сыға ла бер тауыш.
Тауыштары шоңҡар ҙа, ә-һә-й, тауышы,
Буйҡайҙары бохар ҙа ҡамышы.
Эй... Кәмәлеккәй буйы ла, ә-һә-й, дөм урман,
Йүгереп кенә булмай — ҡарама.
Арыҫлан ғына кеүек ир, ә-һә-й, булһаң да,
Кәңәш итмәй ҙә эшләү ярамай.