Кандракүл - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ҡандра ла күлен урай-урай,
Табып ҡына алдым бер ҡурай.
Хаттар ғына һалһаң, һал заказной,
Заказной ҙа хаттар тиҙ урай.

 

Ҡандракүл буйы туғай-туғай,
Туғайҙары уның йәшләүек.
Беҙ йырламай, дуҫтар, кем йырлаһын,
Нужа ғына күргәс йәштән үк.

 

Ҡандра ла күлгә төшкәнем юҡ,

Үҫә, тиҙәр, унда тал-тирәк.
'Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ,
Ялҡынһыҙ уҡ яна йәш йөрәк.

 

Ҡандра ла күлен тәрән, тиҙәр,
Аяҡ ҡына тибеп йөҙөргә.
Һандуғасҡай һайрай тал-тирәктә,
Бер йырламай нисек түҙергә.

Тональность


Google Analytics