Күсбикә - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ирәндекәй кеүек, эй, тау ҡайҙа,

Төйәләҫкәй кеүек тә һыу ҡайҙа?

Күп ерҙәрҙә йөрөп, күпте күрҙем,

Күсбикәләй һылыу ҙа ҡыҙ ҡайҙа?

 

Уйташҡай ҙа менән Ирәмәлгә

Ат уйнатып менгән дә бар микән?

Күсбикәләй һылыу был донъяла

Берәй һылыу тағы ла бар микән?

 

Көндөҙҙәрен баҡһа, көн ояла,

Төндәрендә йондоҙ нур ала.

Әсәләрҙән ҡыҙҙар күп тыуа ла,

Күсбикәләй кем һуң була ала?

Тональность


Google Analytics