Ағиҙелде аша кисмәнем,
Һыуҡайҙарын уның эсмәнем.
Әҙәм балалары шикелле,
Рәхәт көндәр күреп үҫмәнем.
Үҫә-үҫә ҡыҙ бала ҙур була,
Һөйгәненә баралмай, хур була.
Ағиҙелкәйҙәргә барҙыңмы,
Эйелеп-бөгөлөп һыуын алдыңмы?
Һөйөп кенә йөрөгән егетеңдән,
Ҡарасәскәй, тороп ҡалдыңмы?
Үҫә-үҫә ҡыҙ бала ҙур була,
Һөйгәненә баралмай, хур була.
Аттар саба, бәйге алам тип,
Ҡарасәс илай, йәрһеҙ ҡалам тип,
Атаһы ла көйөнә, әсәһе лә,
Бәхеткәйең юҡ шул, балам, тип.
Үҫә-үҫә ҡыҙ бала ҙур була,
Һөйгәненә баралмай, хур була.