Буранғол улы Ҡаһарман
Кантон ине бер заман.
Ҡылысын тағып йөрөйҙөр,
Кантонмын тиеп һаман.
Ҡаһарман кантон ҡытатский,
Ник булдың штатский?
Шәһиҙә һиңә барыр ине,
Булмаһаң штатский!
Ҡаһарман кантон ғәйәр ир,
Штатский оҡшамай.
Петербурға үҙе барған,
Штатлыҡҡа ышанмай.
Шәһиҙәһе барам тигән,
Булмаһаң штатский.
Ҡаһарман кантон ҡытатский,
Булдың шул штатский!