Курай - Башҡорт халыҡ йырҙары


Урал ғына тауҙың, ай, башында
Урай-урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып, бер тартты ниһәң,
Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.

 

Йүгереп кенә мендем, ай, үҙәндән,
Таҡыя ла ғына башлы ҡурайға.
Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым,
Эштәр китмәҫме тип уңайға.

 

Таҡыя ғына башлы ҡырлы ҡурай,
Моңло ғына итеп уйнайым.
Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр,
Еңел көйкәйҙәрҙе уйлайым.

 

Тартсы әле, егет, ҡурайыңды,
Ауыр донъя еңел тойолһон.
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт
Ҡурай моңо менән ҡойолһон.

 

Тональность


Google Analytics