Өҫтәл дә аҫҡайҙары шул дүртәр ҙә аяҡ,
Өҫтәл дә өҫкәйҙәре шул тулы ла сынаяҡ,
Һай кем, тулы ла сынаяҡ.
Беҙҙең дә былай гөрләшеп ултырғанды шул
Белә лә микән, күрә лә микән,
Ишетә лә микән, тимен мин, күрше тирә-яҡ.
Эсеп тә ебәр ҡымыҙҙың да шул һалҡынын,
Бәлки ҙә баҫылыр йөрәгең шул ялҡыны.
Көрәгәкәйенә лә шул ҡымыҙҙы тултырып,
Ултырған да тирмә тигәненең шул эсенә,
Һай кем, тирмә тигәненең эсенә,
Моңло ғына, һарҡыу ҙа итеп йырлап шул,
Барына хуш булып, хужаға дуҫ булып,
Хужа ла ҡәҙерле, тимен мин, ҡунағын эсерә.
Эсеп тә ебәр туҫтаҡты ла шул тултырып,
Асылмаҫмы күңелдәр бергәләп ултырып.