Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, ҡаршымда,
Ҡысҡырһаңсы ағас башында.
Ҡарсығаҡай кеүек моңһоҙ инем,
Ҡайғы-хәсрәт төштө башыма.
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,
Хәсрәт арттырырға маташып.
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,
Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып.
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, яҡында,
Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк.
Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ,
Ялҡынһыҙ уҡ яна был йөрәк.
Ҡысҡырмасы, кәкүк, ай, түбәмдә,
Ҡысҡырһаңсы кәкере ҡайында.
Егет кенә кеше сер белдермәҫ,
Ҡайғылары артҡан һайын да.