Матур ҡыҙ - Хәтирә - Башҡорт халыҡ йырҙары


Хәтирәкәй һыуға барған саҡта,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,

Елдәр һыйпай, һай, башынан.

Хәтирәкәй төндә йоҡлағанда,

Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,

Ай һоҡланып үбә ҡашынан.

 

Хәтирәкәй, һине күргән саҡта,

Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,

Оялып та ҡояш тарһына.

Ҡараңғы ла төшөп, ай ҙа ҡалҡа,
Матур ҡыҙ, һылыуым Хәтирәм,

Йөҙкәйеңә нуры ярһына.

Тональность


Google Analytics