Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй,
Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр,
Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр.
Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр,
Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр.
Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә,
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге;
Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге.
Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә,
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге;
Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.