Мәжлес йыры - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ат яҡшыҡайҙарын шунан беләм:
Баҫып ҡына килә ҡыртышҡа.
Ир яҡшыҡайҙарын шунан беләм:
Һөйләшеүкәйҙәре бер башҡа.

 

Ҡурайсы ла менән, ай, йыраусы
Тәҙерәләш кенә торһасы.
Ҡурайсы ла менән йыраусының
Ғүмерҙәре бөтмәҫ булһасы.

 

Тональность


Google Analytics