Мәжлес йыры («Түрәкәй» көйөнә йырлана) - Башҡорт халыҡ йырҙары


Йылтыр ғына йылтыр уттар яна,
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Ошолай ҙа беҙҙең ултырыуҙар
Үҙе генә булыр бер ғүмер.

 

Һыуҙың ғына буйы, ай, ҡуш тирәк,
Башҡынайын суҡламаҡ кәрәк.
Бал эскәндә кем йырламаҫ тиһең,
Сәй эскәндә йырламаҡ кәрәк.

 

Көрәгәһе йәмле, ҡымыҙы тәмле,
Нисәү икән һауған бейәһе?
Теләһә нисәү булһын бейәһе,
Иҫән булһын һауған эйәһе.

Тональность


Google Analytics