Баҫ, баҫ эҙенә,
Күҙ теймәһен үҙенә.
Өфө, Силәбе,
Бешкән ҡурай еләге.
Егетлек билдәһе сыҡҡан
Уның матур йөҙөнә.
Өфө, Силәбе,
Янмай микән йөрәге?
Баҫ, баҫ, баҫ әле,
Тағы ла баҫырбыҙ әле.
Өфө, Силәбе,
Бешкән ҡурай еләге.
Табын ҡороп, халыҡ йыйып,
Туйҙар яһарбыҙ әле!
Өфө, Силәбе,
Ҡабул булһын теләге!
Әйттер әле, малай,
Һиптер әле, малай.
Өфө, Силәбе,
Бешкән ҡурай еләге.
Уйна гармун, тарт ҡурайың,
Бейеп алайыҡ, давай!
Өфө, Силәбе,
Янмай микән йөрәге?
Һин дә баҫа беләһең,
Мин дә баҫам, күрәһең.
Өфө, Силәбе,
Бешкән ҡурай еләге.
Тыпырҙатып баҫып килеп
Үҙәгемде өҙәһең.
Өфө, Силәбе,
Янмай микән йөрәге?
Бейе, бейе, гүзәлем,
Күрмәй нисек түҙәрем.
Өфө, Силәбе,
Бешкән ҡурай еләге.
Тыпыр-тыпыр бейеп йөрөгән
Ул бит минең сибәрем.
Өфө, Силәбе,
Нисек икән теләге?