Селтәр элдем ситөнгә - Башҡорт халыҡ йырҙары


Яңғыҙ:

Ал алъяпҡыс селтәрле,
Илдә матур бөтөрмө?
Илдә матурҙар бөтөрмө,
Йән һөйгәнгә етерме?

 

Ҡушымта:

Ҡыҙҙар:
Селтәр элдем ситөнгә,
Елбер-елбер итергә;

Егеттәр:

Беҙ килмәнек буш китергә,
Килдек алып китергә.

 

Ҡыҙҙар:
Алын алырһыгыҙмы,
Гөлөн алырһығыҙмы?
Урталарға сығып һайлап
Кемде алырһығыҙ һуң?

 

Ҡушымта:

Егеттәр:
Алдарын да алырбыҙ,
Гөлдәрен дә алырбыҙ;
Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,
Шуны һайлап алырбыҙ.

 

Яңғыҙ:

Эй дуҫтарым, дуҫтарым,
Дуҫтарым, бәғерҙәрем,
Йәш ғүмерҙәр ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен.

 

Ҡушымта:

Ҡыҙҙар:
Селтәр элдем ситәнгә,
Елбер-елбер итергә;

Егеттәр:

Беҙ килмәнек буш китергә,
Килдек алып китергә.

 

Ҡыҙҙар:

Аҡ алъяпҡыс билдәрҙә,
Елберләмәй елдәрҙә.
Һандуғастар ҙа һайрамай
Һеҙ булмаған ерҙәрҙә.

 

Ҡушымта:

Ҡыҙҙар:

Селтәр элдем ситәнгә,

Елбер-елбер итергә;

Егеттәр:

Беҙ килмәнек буш китергә,
Килдек алып китергә.

 

Ҡыҙҙар:
Улай ҙа бергә-бергә,
Былай ҙа бергә-бергә;

Егеттәр:

Дуҫтар менән бергә булһаң,
Күгәрсен кеүек гөрлә.

 

Ҡушымта:

Барыһы ла:

Алдарын да алырбыҙ,
Гөлдәрен дә алырбыҙ,

Күңелебеҙгә кем оҡшаһа,

Шуны һайлап алырбыҙ.

Тональность


Google Analytics