Аҡ сепрәккә төргәнең
Аҡыҡ ҡына инеме, атаҡайым?
Аҡыҡ ҡына кеүек һатып бирҙең,
Артыҡ ҡына инемме, атаҡайым?
Эсе лә тышы бәрән тун,
Инәкәйемә бирегеҙ,—
Иртәле-кисле ябынһын,
Балаҡайым тип тә һағынһын.
Атаҡайымдың өйөндә
Ултырғаным бер таҡта,
Бер таҡталарын ҡыҙғанып,
Һатып ебәрҙе сит яҡҡа.
Һаҡмар буйы һары тал,
Башҡынайын айырып, һыуға һал,
Барыр кейәүем, әсәй, кейәү түгел,
Бер хәйләһен табып, алып ҡал.