Сибай - Башҡорт халыҡ йырҙары


Йәшел генә сана, зыңғыр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа.
Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам,

Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

 

Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Һайраһа ла туғайы киң түгел.
Эй-й... илама ла, Фатимам, илама,
Югереп атлап етер ҙә ер түгел.

 

Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға
Талпына ла микән, ҡош күреп,
Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп,
Көтә микән Фатимам, төш күреп.

 

Тональность


Google Analytics