Томан - Башҡорт халыҡ йырҙары


Иртә лә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

 

Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.

 

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.

Тональность


Google Analytics