Төйәләҫ - Башҡорт халыҡ йырҙары


Төйәләҫкәй буйы, ай, ҡырсынташ,
Тулҡын тибеп уны тултырған,

Эй-й... тултырған.
Йәмле Төйәләҫкәйҙең буйына
Теҙелеп тә тирмәләр ултырған,

Эй-й... ултырған.

 

Төйәләҫкәй буйының туғайы
Тауҙар менән һылыу ҡыйылған,

Эй-й... ҡыйылған.
Йәштәре лә шунда, ҡарттары ла
Уйын-көлкө өсөн йыйылған,

Эй-й... йыйылған.

 

Төйәләҫкәй буйының туғайы,
Туғайында уның талдары,

Эй-й... талдары.
Арыҫланҡай кеүек ир-егетте
Алдай алмаҫ донъя малдары,

Эй-й... малдары.

Тональность


Google Analytics