Туҡ буйҡайҙары ла, ай, бүтәгә,
Ат тояҡҡайҙарын күтәрә.
Йыр йырлауы беҙгә тәсбих түгел,
Йыр йырлауы күңел күтәрә.
Туп-туп итеп баҫҡан туры аттың
Туҫтаҡ кеүек булыр тояғы.
Ирмен генә тигән ир-егеттең
Ат башындай булыр йөрәге.
Туҡ буйҡайҙары, ай, туҡ, тиҙәр,
Туҡ һыуындай һыуҙар юҡ, тиҙәр.
Туҡ буйында үҫкән, ай, егеттәр —
Һайлап һалған һаҙаҡ-уҡ, тиҙәр.