Түрәкәй - Башҡорт халыҡ йырҙары


Парлап та ғына парлап ат ектергән, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе.
Ҡайһы илдәрҙән килгән был түрә?
Был түрәлек, ай-һай, бирелде микән, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Аҡылдары камилгә күрә.

 

Ҡарама ла дуға, ҡара юрға, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Юрғалайҙыр баҙар алдында.

Ике лә генә башҡорт яуап бирә, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Циолковский түрә алдында.

 

Аяғына кейгән итегенең, тимен,

Һай, түракәйгенәһе,

Ике ҡатлы икән олтаны.

Түрә генә, тиҙәр, килә, тиҙәр, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Шул микән ни ирҙең солтаны!

 

Тройка ла еккән берәү килә, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе,

Тройкаһы ҡайыш көймәле.

Ир солтаны тиеп, ҡарап торһам, тимен,

Һай, түрәкәйгенәһе,
Яғалары аҡыҡ төймәле!

 

Түрә лә генә килә, түрә китә, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Килгән түрәләрҙән ҡаҡшаныҡ.

Яуыз түрәләрҙе ҡуя икән, тимен,
Һай, түрәкәйгенәһе,

Рәсәй генә тигән батшалыҡ.

 

Тональность


Google Analytics