Уйыл - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ике лә генә егет бесән саба
Уйыл буйҡайында ла сабында.
Ҡайҙа ла ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй иҫән дә сағында.

 

Менгән генә атым, ай, кир булыр,
Тибенгеһе уның да тир булыр.
Урал буйҡайының аҫыл егете
Данҡайҙары сығыр ҙа ир булыр.

 

Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы
Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе,
Уйландырып ҡалмай, моңландыра,
Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе.

 

***

Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҙары булмаһа;
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.

 

Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,
Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк;
Эсемдә генә минең уттар яна,
Ник елкенә икән был йөрәк.

 

Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,
Ҡаршыһында бейек тау булһа;
Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,
Ғәзиз башы уның һау булһа.

Тональность


Google Analytics