Уралды маҡтау - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ай, Уралым, Уралым,
Уралып ятҡан Уралым.
Ил һаҡлаған ҡоралым,
Ил һаҡлаған ҡоралым.

Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуын эскән ер.

Бүреһе күп Уралтау, Уралтау,
Ҡуяны күп Уралтау, Уралтау,

Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ, шеш ҡолаҡ,

Ҡуяны күп Уралтау, Уралтау.

Алпан-толпан атлаған
Айыуы күп Уралтау,
Ҡыҙ балалай биҙәнгән
Төлкөһө күп Уралтау, һай!

Ояларға урыны мул, урыны мул,

Ҡоштары күп Уралтау, һай, Уралтау.

Сыңыр-сыңыр сыңраған
Йылҡыһы күп Уралтау,
Мөңөр-мөңөр мөңрәгән
Һыйыры күп Уралтау, Уралтау.

Балтырғаны беләктәй,
Һарнаһы ҡурай еләктәй,
Йылғалары көмөштәй,
Борсағы тәмле емештәй,

Уралтау,

Уралтау!

Тональность


Google Analytics