Француз көйө - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,

Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа.

Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,

Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа.

 

Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ,

Алыҫ ҡалыр тыуған илебеҙ.

Беҙ килә лә тип үк, ҡарай-ҡарай,

Тилмерер ҙә ике күҙегеҙ.

 

Атҡа ғына мендек беҙ үҙебеҙ,

Ҡалманымы әйтер һүҙегеҙ?

Ҡалһа-ҡалһын әйтер һүҙҙәрегеҙ,

Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ.

Тональность


Google Analytics