Хәжеғәле - Башҡорт халыҡ йырҙары


Алмас тимер менән яҙалар икән
Көмөш йөҙөктәрҙең дә ҡаштарын.
Нахаҡ эштәр менән юялар икән
Арыҫлан кеүек ирҙең дә баштарын.

 

Бөгөлөп кенә, һығылып, ай, үҫә икән
Һыу буйҙарының да талдары.
Хәжеғәле китеп, артыр микән
Ильяс байҙың йылҡы ла малдары.

 

Тональность


Google Analytics