Хандуғас менән ҡарлуғас - Башҡорт халыҡ йырҙары


Һары ла ғына була һандуғас,

Ҡара муйыны аҡ була ҡарлуғас.

Һин һандуғас булһаң, мин ҡарлуғас,

Һайрашырбыҙ икәү ҙә, яҙ булғас.

 

Ҡыҙылһыуҡай буйы ла шыр уҫаҡ,

Шыр уҫаҡҡай тиһәм дә — аҡһырғаҡ.

Һин һандуғас булып, мин ҡарлуғас,

Ҡауышырбыҙ, бәлки, һау булһаҡ.

 

Аҡ болотҡай менән, ай, күк болот

Ҡабарһа ла яуыр ҡар булып.

Һөйгән генә йөрәк, янған йөрәк

Ҡушылмай ҙа булырмы пар булып?

Тональность


Google Analytics