— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән дә үк булһаң, ат, егет.
Ҡара ла ҡашым, ыласыным,
Йәш йөрәгең баҫылһын.
Мал биреп үк һөйгән йәрең түгел,
Таң ҡыҙарып килә лә, ҡайт, егет.
— Түңәрәккәй күлдә, ай, дүрт өйрәк,
Мәргән үк булһам да, атмайым.
Һары ла сәсем, ҡыйғас ҡашым,
Йәш йөрәгем баҫылмай.
Таң ҡыҙарыу түгел, ҡояш сыҡһын,
Танһыҡтарым ҡанмай, ҡайтмайым.