(оригиналь тональность +1)
Em
1) Кеше килгәс яҡты донъяға,
G
Күктә бер йондоҙ ҡабына.
C
Минең дә йондоҙом
Em
Яҡтырта юлымда.
Em
Ул тора яҙмышым һағында,
G
Көс бирә арыған сағымда,
C G Em
Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда.
C G D H7
Күңелем зарға тулғанда.
Ҡушымта
Em C
Һүнмә генә минең йондоҙом,
D Em
Балҡы яҙмышым кугендә!
C G
Еңел булмаһала юлым,
C D Em
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.
2) Йондоҙҙар бик күп йыһанда,
Минең дә йондоҙом бар унда.
Ваҡыт еткәс бер мәл ,
Һүнәсәк бит ул да.
Нурҙар сәсеп ергә артылыр,
Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр.
Тик әлегә балҡый
Минең башым осомда.
Йыуата моңланған сағымда.
3) Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо,
Һәр кемдең бараһы үҙ юлы,
Шатлыҡтары ҡайғы,
Үҙ моңо- зардары.
Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам,
Тормошҡа ышаныс юғалтһам,
Үҙ йондоҙом мине
Йыуатыр ташламаҫ.
Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ