Хыр - Башҡорт халыҡ йырҙары


Һыр йылғаһы буйында, эй, ҡамышта
Ала ҡаҙҙар оса ла тауышҡа.
Һыр йылғаһы буйында берәү йырлай
Эскәйҙәре тулы ла һағышҡа.

 

Һыр йылғаһы бигерәк ағым икән,
Сығып ҡына булмай ҙа ашаға.
Аша ғына сыҡһаҡ, етер ҙә инек
Аҡмәсеткәй тигән дә ҡалаға.

 

Аршын-аршын ғына аҡ уҡалыр
Перовский еңенең остары.
Дарья һыуҡайҙарын үтә лә алмай
Бүленеп тора әрме көстәре.

 

Һыр йылғаһы аға, ай, тауҙарҙан,
Һыуын ала икән дә ҡарҙарҙан.
Күп иркәйҙәр шунда ятып ҡалды,
Ҡайта алмайса ҡанлы яуҙарҙан.

Тональность


Google Analytics