Хыу өҫтө - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, ҡамышы
Шаулашалыр, ғүмер үтә, тип,
Йәш йөрәгем йәшәй өмөт менән,
Алда рәхәт тормош етә, тип.

 

Йәнекәйем мине оҙатҡанда,
Болғап ҡалды зәңгәр яулығын,
Шул ваҡытта уны һурып үптем,
Телә, тинем, минең һаулығым.

 

Тональность


Google Analytics