Шәл бәйләнем - Башҡорт халыҡ йырҙары


Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.


 

Осоп барып һөйләшергә,
Осоп барып һөйләшергә,
Йәнем күбәләк түгел дә
Йәнем күбәләк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а.


Ҡара бәрәс тиреһе лә
Ҡара бәрәс тиреһе лә,
Ҡама булыр тиһеңме лә
Ҡама булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а.


Һикереп төшөп бейегәндән,
Һикереп төшөп бейегәндән
Яҙыҡ булыр тиһеңме лә
Яҙыҡ булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер,әннә-гиҙер генәйем.

Тональность


Google Analytics