Элмәлек - Башҡорт халыҡ йырҙары


Элмәлек, элмәлек,

Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.

Ерҙә лә тыуып, ерҙә үҫтек,

Донъя рәхәткәйҙәрен күрмәнек.

 

Элмәлек, элмәлек,

Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.

Ҡамсат бүректәрҙе күрмәнек,

Туйҙан да туйға сабып йөрөмәнек.

 

Элмәлек, элмәлек,

Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.

Көн биткәйенә тип үрләнек,
Аяҙ ҙа ғына көндәр күрмәнек.


Элмәлек, элмәлек,
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Билде бөгөп, байға эшләнек,
Йәшәйбеҙ, тип, көн-төн этләндек.


Элмәлек, элмәлек,

Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек.
Яҡшы аттарҙы беҙ екмәнек,
Донъя ауырлыҡтарын йөкмәнек.

Тональность


Google Analytics