Эй һыуы — ағын һыу - Башҡорт халыҡ йырҙары


Иртә генә томан, кис тә томан,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа,
Был томандар ниңә лә асылмай,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа.
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа,
Бер йырламай йөрәгем баҫылмай,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа.

 

Әй буйҡайҙары ла тар килгән,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа,
Тар килгән дә ере яр килгән,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа.
Беҙ йырламай йырҙы, кем йырлаһын,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа,
Быуын-быуын һайын да зар килгән,

Әй һыуы — ағын һыу ҙа.

Тональность


Google Analytics