Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Һин баҫмаһаң, мин баҫам,
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә
Мин дә килтереп баҫам.
Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Һин баҫмаһаң, мин баҫам.
Әпипәнең туйҙарында
Бейеп ҡалам, исмаһам.
Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Иҙәңдәре һелкенһен;
Иҙәндәре һелкенһен дә,
Кейәү күңеле елкенһен.
Баҫ, ҡыҙым, Әпипә,
Һындыр иҙән таҡтаһын,
Һындырһаң иҙән таҡтаһын,
Кейәү түләр аҡсаһын.