Әрмеләрҙә йөрөп, сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә.
Ризыҡ яҙған булһа, бер ҡайтырбыҙ
Тыуған еркәйҙәрҙе лә күрмәгә.
Йәмле генә Урал буйҙарында
Ҡымыҙлыҡтан йыуан да йыуа бар.
Егет кенә саҡта әрмеләрҙә
Хеҙмәт итеү тигән дә йола бар.