Dm
1) Нимә булды һиңә бөгөн
Gm
Бүлмәңдәге кескәй ҡошом
C
Был донъянан туйҙың мәллә
A# Dm
Һайрай-һайрай йәйен ҡышын
C Dm
Эй, ни булды һиңә бөгөн
2) Әллә һинең ауазыңды
Донъя шауы күмә микән
Моңдарыңдың яҡтылығын
Әллә бер кем күрмәй микән
Эй, ни булды һиңә бөгөн
Ҡушымта:
A# C
Күңелдәрең ҡайҙа тарта
Am Dm
Осар ҡиблаң ҡай тарафта
Gm Dm
Һине ҡайҙа, кемдәр генә
C Dm
Ҡабул ҡылыр икән?
Оса күрмә ташлап китмә
Инде мине етем итмә
Әллә һуң һин үҙәгемдең
Өҙөлгән бер ҡылы микән
3) Нимә булды һиңә бөгөн
Ситлектәге затлы йырың
Был бит һинең донъяң түгел
Ерҙә түгел һинең юлың
Эй, ни булды һиңә бөгөн
4) Хушлашырға иртә әле
Йырлар көндәр алда әле
Һин бит моңло йырсы ҡылы
Әйҙә йырың йырла әле
Эй, ни булды һиңә бөгөн