Ялсы, ялсы, Ялсығол,
Ярышҡанда яусыл бул,—
Ярышҡанда яусыл бул,—
Ятма йоҡлап, Ялсығол.
Ҡыҙҙар яратмай ялҡауҙы,
Арғымаҡтан ярһыу бул.
Ат һайлаһаң, һайлап ал һин,
Ебәк яллы ерәнен.
Ел сығарып, елһеҙ көндө
Елдәй ҡыҙыу елгәнен.
Етәм тигән еренә
Алып барып етер ул, —
Һағынғанда, һөйгәнеңә
Һә тигәнсе илтер ул.
Шул ваҡытта бәхетеңә
Ирешерһең, Ялсығол,—
Иркәң менән күгәрсендәй
Гөрләшерһең, Ялсығол.