Яратһам - Хөснөтдинов Рифмир



F                             Dm 
Яратһам таштар ярырмын 
           A#                  F
Һине эҙләп табырмын
Көндөҙ йондоҙ ҡабыҙырмын
Төнөн ҡояш булырмын
Мәңгеллеккә эҙҙәреңдә 
Мөғжизәләй янырмын 
Тын алышың туҡтағансы
Өмөт маяҡ булырмын

Ҡушымта
Һинең өсөн генә иркәм
Был доньяла тын алам 
Шуның өсөн һәр көнөмдө 
Мин барлап йырға һалам
Яратһам янып йәшәрмен 
Һәр бер атҡан көнөңдә
Мәрхәмәтлеккә сумырмын
Төшөң түгел өнөңдә

Яратаһам ныҡ ҡағылмаҫмын
Быяла күңелдәргә
Ярсыҡтары ҡан илатыр
Йәшәйһе ғүмерҙәрҙә
Яратһам алып менермен
Ләзәтле хыялдарға
Тормошобоҙҙо йәмләрмен
Тик дөрөҫ буяуҙарға 

 

Тональность


Google Analytics