(оригиналь тональность +2)
Am
Йөзөңә бысраҡ ташлап, йөрәгең ярылһа,
F
Онотма тамырҙарыңдан башҡорт ҡаны аға,
G Am
Көслө рухлы халыҡтын уланы hин, онотма.
Милләтеңде алға әйҙә, саҡыр һин көрәшкә,
Онотма үҙ тарихыңды, юғалтма, hин hаҡла.
Заман афәттәренә, башҡортом, бирешмә!
Кушымта:
F G Am
Көс-ғәйрэт, түҙемлек бир, Аллам!
F G Am
Башҡортмын, тип күкрәгемде ҡағам!
Үткәнеңә күҙ ташла, ярhыймы йөрәген?
Күпме ҡырылды hинең аҡыллы йөҙҙәрең,
Тартып алдылар күпме hорамай ерҙәрең.
Яҡты уйҙар менән генә тик алға hин атла.
Һынып ҡалма бер ниҙән, Башҡорт илен данла.
Көслө рухлы халыҡтын уланы hин – онотма!
Тура баҫып, ғорур атла, һин бит үҙ ереңдә.
Олтан булма, ә солтан бул һин Тыуған илеңдә.
Намыҫыңды тапарға бер ҡасан ашыҡма.
Телеңдең киләсәге лә тик һинең ҡулыңда,
Ул бит беҙҙең хазинабыҙ, һин шуны онотма.
Әсә телен ултереүгә, башҡортом, юл ҡуйма.