Hm Em
1) Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған
A Hm
Бәхеттәргә һөйөү уралған
Hm Em
Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт
A D
Телем-телем итеп туралған
Ҡушымта:
Hm D
Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр
A D
Һөйөү урманына ҡаратыр
Hm Em
Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға
D F# Hm
Бәхет ебен кемдәр таратыр
2) Бәхетлеләр йөрөй парланып
Һөйөү урманына алданып
Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп
Килер тиеп, һөйөү, алланып
3) Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс
Яңғыҙ ҡалыу беләм, аяныс
Парлыларға һөйөү наҙлағанда
Уларҙы һуң кемдәр яратыр