Аяҡ аҫтында - Ниғмәтуллин Ренат (Rena Rnt)


B C
Дуҫтар менән күңеллерәк бөтә ерҙә

F Dm
Яңы тәъҫораттар кәрәк бит ошо күңелгә!

B C
Күп илдәрҙе күреп, ҡайтһам да кире илемә,

F Dm
Оҙаҡ тормай дуҫтар менән сығабыҙ сәфәргә! 

B C
Бергәләшеп йүгерербеҙ яңы атҡан таңға,

F Dm
Йокламаҫбыҙ күмәк өсәр-дүртәр көн буйына.

B C
Ашығырбыҙ ҡояштың батҡанын беҙ күрергә

F Dm
һикерербеҙ ҙур диңгеҙгә!

Ҡушымта:

F Dm
Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя

B C
Тағы сығамын мин сикһеҙ оло юлға!

F Dm
Бәхет өсөн кәрәк тик бер билет, тот ҡулыңа

B C
Күтәреләм дуҫтар менән бейек һауаға!

B C
Ҡапыл ғына йыйынырбыҙ йәйге тәбиғәткә,

F Dm
Һеңдерербеҙ төтөн еҫен беҙҙең кейемдәргә.

B C
Ысыҡ кисеп йүгерербеҙ оло ялан буйлап 

F Dm
Ҡайтырбыҙ беҙ тыуған яҡҡа ҡабат кире урап

B C
Ҡалмаҫ донъяла ер беҙ дуҫтар менән булмаған

F Dm
Тағын осорбоҙ ерҙең икенсе осона

B C 
Бир ҡулыңды, йәнем, бер нимәгә лә борсолма,

F Dm
Беҙҙең аҫта бөтә донъя!

Ҡушымта:

F Dm
Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя

B C
Тағы сығамын мин сикһеҙ оло юлға!

F Dm
Бәхет өсөн кәрәк тик бер билет, тот ҡулыңа

B C
Күтәреләм дуҫтар менән бейек һауаға!

Тональность


Google Analytics